7-14 декабрь Өмөтбай мәктәбендә Башҡорт теле көнө

Декабрь 15, 2021 Просмотров: 10

7-14 декабрь Өмөтбай мәктәбендә Башҡорт теле көнө, башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығы сиктәрендә "Башҡорт теленә 7 аҙым" марафоны үтте. Был сара сиктәрендә уҡыусылар туған телдәрендә асылмалар, видеояҙмалар әҙерләне, кабинетта тематик фотомөйөш булдырылды, үҙидаралыҡ көнө үткәрелде. Аҙналыҡтың һуңғы көнөндә иң әүҙем уҡыусылар маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.