Зарница
Май 16, 2022
Просмотров: 22
13 май көнө, Өмөтбай мәктәбе уҡыусылары Сибай ҡалаһында үткән "Зарница" уйынында район намыҫын яҡлап сығыш яһаны. Архангель, Белорет, Учалы, Сибай, Межгорье, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Хәйбулла район һәм ҡалалары менән көс һынашып, 1-се урын яуланылар. Афарин, ҡыҙҙар, егеттәр, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ! Уларҙы оло бәйгегә әҙерләүсе Азамат Фәнил улы Кәримовҡа ҙур рәхмәт.