1 сентябрь
Сентябрь 1, 2021
Просмотров: 64
Белем көнө-көҙҙөң иң сағыу, йәмле байрамдары ның береһе. Тәүге тапҡыр белем донъяһына аяҡ баҫыусылар өсөн бигерәк тә иҫтәлекле был көн. Өмөтбай мәктәбенә быйыл 5 уҡыусы 1-се класҡа уҡырға килде. Тантаналы линейкала бәләкәстәрҙе Мәктәп директоры Зәйнуллина В.Х., Билал ауыл хакимиәте башлығы Саптаров И.Ш., район администрацияһы вәкиле Мәжитов А.Р. ҡотлап, уҡыуҙарында уңыштар теләне. Беренселәр ҙә матур шиғырҙары, сағыу йырҙары менән һөйөндөрҙөләр.